Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Август 2023, 17:40

Капиталь ремонтҡа 8 миллиард 610 миллион һум бүленгән

Мәктәп биналарын капиталь ремонтлау буйынса федераль программа буйынса Башҡортостан федераль ҡаҙнанан ҙур ресурс – 8 миллиард 610 миллион һум аҡса йәлеп иткән.

Капиталь ремонтҡа  8 миллиард 610 миллион һум бүленгәнКапиталь ремонтҡа  8 миллиард 610 миллион һум бүленгән
Капиталь ремонтҡа 8 миллиард 610 миллион һум бүленгән

– Элек республика был маҡсатҡа йылына 600 миллиондан артыҡ аҡса бүлә алмаған. Һөҙөмтәлә 2026 йылға тиклем 365 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау күҙаллана. 140-ты ике йыл эсендә ремонтланыҡ.

Былтыр яңыртылған 63 мәктәп бинаһына 21 меңгә яҡын уҡыусы ултырған. Быйыл 77 мәктәп бинаһында ремонт үткәрелә, уларҙа 16,6 мең бала белем ала, –  тине Башҡортостан Башлығы республика август кәңәшмәһендә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас