Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Август 2023, 10:30

#Өйҙә форум-слётында ҡатнашыусылар Радий Хәбиров менән дә осрашасаҡ

Шишмә районындағы «Патриот»  #Өйҙә форум-слёты бара. Башҡортостандан ситтә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, белем алған студенттарҙы, буласаҡ йәш белгестәрҙе республикабыҙға ҡайтарыу маҡсатында был сараны ойоштороу изге йолаға әйләнде. Форум-слёт өс көн буйына дауам итәсәк. Ул республикабыҙҙң мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында уҙғарыла.

#Өйҙә форум-слётында ҡатнашыусылар Радий Хәбиров менән дә осрашасаҡ#Өйҙә форум-слётында ҡатнашыусылар Радий Хәбиров менән дә осрашасаҡ
#Өйҙә форум-слётында ҡатнашыусылар Радий Хәбиров менән дә осрашасаҡ

Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарында уҡыған әүҙем, һәләтле  студент ҡыҙ һәм егеттәр бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән: тематик майҙансыҡтар, эшлекле уйындар, күнекмәләр, фәһемле осрашыуҙар ҙа үткәрелә. Тәүге көндө форумда ҡатнашыусылар «Геройҙар уҙышы» ҡаршылыҡтарын үтеп, музейҙа булып, онотолмаҫ бай тәьҫораттар алған. Сара яңы дуҫтар табырға, киләсәктә Башҡортостанға эшкә ҡайтыуҙы хәстәрләргә лә ярҙам итәсәк.   

Бөгөн иһә улар социаль проектлау буйынса эшлекле уйында әүҙем  ҡатнаша, тематик майҙансыҡтарҙа үҙҙәренә фәһемле мәғлүмәт туплай..

Ә кисен форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашасаҡ, күҙгә-күҙ ҡарашып, ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарын да бирә аласаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас