Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Августа 2023, 08:37

Урып-йыйыу ҡатмарлы бара

– Республика аграрийҙары ужым һәм иртә яҙғы культураларҙы йыйыуға әүҙем тотондо, – тип хәбәр итте ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урып-йыйыу ҡатмарлы бараУрып-йыйыу ҡатмарлы бара
Урып-йыйыу ҡатмарлы бара

Бөгөн иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 20 проценты сабылған, 280 мең гектарҙан ашыуы һуғылған. 700 мең тоннанан ашыу иген һуғылған, уртаса уңыш гектарынан 23,3 центнер тәшкил итә. Бөтә райондар ҙа тиерлек урып йыйыуға ингән. Бөтә ресурстар ҙа етерлек булмағанлыҡтан, урып-йыйыу ҡатмарлы бара.

Бөгөн мал аҙығы әҙерләү ҙә дауам итә. Аграрийҙар 43 процент мал аҙығы әҙерләгән.

Тәтешле, Шаран һәм Яңауыл райондарының айырым хужалыҡтары силос әҙерләүгә лә тотонған, бөгөнгә тәүге 12 мең тонна силос әҙерләнгән. Был – пландың 1 проценты.

Һауа торошо айҡанлы бөтә райондарҙа ла бесән уңышы гектарынан 5-6 центнерҙан артмай, йәшел массала 30-40 ц/га.

Иң ныҡ зыян күргән 26 муниципаль районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.  93 мең гектар самаһы майҙан зыян күргән, килтерелгән зыян күләме 1 миллиард һумдан ашып китә.

Республикала үҫтерелгән уңышты һаҡлау менән проблемалар юҡ. Уңышты һаҡлауҙы дөйөм бер тапҡыр һаҡлау һыйҙырышлылығы 2 млн. тонна самаһы булған 34 элеватор тәьмин итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова