Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Август 2023, 09:39

Төбәктәр араһында беҙ – икенсе

Быйыл федераль программа буйынса  республикабыҙҙың 28 муниципаль берәмегендә 70 мәктәптең 77 бинаһы ремонтлана, шуларҙың 17-еһе уҙған йылдан ҡалған. Ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса беҙ төбәктәр араһында икенсе урында торабыҙ. Дөйөм алғанда, быйыл ремонтланған мәктәптәргә 17 мең самаһы бала барасаҡ.

Төбәктәр араһында беҙ – икенсеТөбәктәр араһында беҙ – икенсе
Төбәктәр араһында беҙ – икенсе

Быйыл капиталь ремонтҡа һәм йыһазландырыуға 4,3 миллиард һум бүленгән. Шуның 3,6 миллиард һумы федераль ҡаҙнаға тура килә. ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса тулыраҡ мәғлүмәт еткерҙе.

Мартта муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары капиталь ремонт үткәреү буйынса юл карталарын раҫланған. Әлеге ваҡытта уларҙың үтәлешен аҙна һайын күҙәтеү алып барыла. Шулай уҡ республика Хөкүмәте ҡушыуына ярашлы муниципалитет хакимиәттәре генераль подрядсылар менән килешелгән тейешле селтәр графиктарын әҙерләгән һәм раҫлаған. Уларҙың үтәлешен даими рәүештә заказсылар үҙҙәре күҙәтеүҙә тота.

Мониторинг һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, уҙған йылдан күскән мәктәптәр буйынса уртаса техник әҙерлек 96 процент тәшкил итә, бер йыллыҡ объекттар буйынса бындай әҙерлек хәҙер 90 процент самаһы кимәлендә баһалана. Күсмә мәктәптәр буйынса бөгөнгө көнгә 8 бина буйынса эштәр тамамланған һәм ҡабул ителгән. Шуларҙың бер бинаһы – Мишкә районында, дүрт бинаһы  – Баҡалы районында.

Тағы ла 8 объект буйынса эштәр тамамланған. Бында иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү, ҡабул итеү һәм түләү көтөлә. Был мәктәптәр Шаран районының Сакты, Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылдарында, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы һәм Ефремкин ауылдарында – 2 мәктәп.

Беҙҙә 59 мәктәпте тамамлау бурысы тора. Улар буйынса уртаса техник әҙерлек 88%. Шул уҡ ваҡытта улар араһында 8 объектта 3 авгусҡа ҡарата юғары әҙерлек күҙәтелә – яҡынса 98%.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас