Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Августа 2023, 04:23

Конкурс өс номинация буйынса ойошторола

«Иң яҡшы педагогик династия» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Конкурс өс номинация буйынса ойошторолаКонкурс өс номинация буйынса ойошторола
Конкурс өс номинация буйынса ойошторола

Ул өс номинация буйынса ойошторола:

"Киләсәк нигеҙе" («Фундамент будущего») (дөйөм педагогик стажы 50 йылдан 150 йылға тиклем булған династиялар өсөн);

"Булмышы уҡытыусы булыу" («Призвание быть») (дөйөм педагогик стажы 151 йылдан 300 йылға тиклем булған династиялар өсөн);

« Быуаттан быуатҡа” (Из века в век) (дөйөм педагогик стажы 300 йылдан ашыу булған династиялар өсөн).
Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә, тиһегеҙме?
Тәүге этапта ғариза бирергә;

Династия ағзаларының портрет һәм төркөм фотоларын беркетергә;

Ғаиләнең профессиональ эшмәкәрлеге һәм уның бөтә вәкилдәренең педагогик стажы, педагогтарҙың быуындары һаны, уларҙың ҡаҙаныштары һәм наградалары тураһында һөйләгән видеовизиткаға һылтанма беркетергә.

  • Конкурстың икенсе этабы Өфөлә 9 – 12 октябрҙә үтәсәк. Унда финалға сығыусылар үҙҙәренең династияһы тураһында һөйләйәсәк, уҡыусылар өсөн «Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр» дәресен үткәрәсәк һәм Өфөнөң психология-педагогия кластары уҡыусыларына үҙ төбәктәренең күренекле педагогтары һәм остаздары тураһында лекциялар уҡыясаҡ.
  • Конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса иң күп мәрәй йыйған династия
    конкурстың абсолют еңеүсеһе буласаҡ.

Конкурсҡа ҡатнашырға теләүселәргә  15 сентябргә тиклем ped.dynasty@bspu.ru электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ.


Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас