

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат секретары Лина Сарбаева хәбәр итеүенсә, быйыл өс уҡытыусы еңеүсе тип танылған, улар район һәм бәләкәй ҡалаларҙың белем биреү ойошмаларына эшкә урынлашырға теләк белдергән.
Башланғыс кластар уҡыытусыһы — Баҡалы районы үҙәгенең 1-се мәктәбенә; математика уҡытыусыһы — Бәләбәй районы Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбенә; тағы ла бер башланғыс кластар уҡытыусыһы Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбенә эшкә төшә.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы республикала 2020 йылдан бирле эшләй. Дүрт йыл эсендә 150 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алған. 2024 йылда — программаның һуңы йылында, ике уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.
Фото: Т. АМАНОВ.