Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2023, 05:30

Мин бөгөн еңеүсе! Ҡыуанып көлөүсе...

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Мин бөгөн еңеүсе! Ҡыуанып көлөүсе...Мин бөгөн еңеүсе! Ҡыуанып көлөүсе...
Мин бөгөн еңеүсе! Ҡыуанып көлөүсе...
Мин бөгөн еңеүсе!
Ҡыуанып көлөүсе.
Бәхетте ҡосаҡлап,
Ҡояшҡа елеүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Нур тажын өҙөүсе.
Ғүмерем тауына
Тик нурҙар өйөүсе.

Бөгөн мин еңеүсе!
Маҡсатҡа етеүсе.
Юлымда тағы ла
Мөғжизә көтөүсе.

Мин бөгөн еңеүсе!
Тик алға китеүсе.
Яҙмышҡа, баш эйеп,
Мең рәхмәт әйтеүсе.

#ЗөһрәҠотлогилдина
 
 
Юлай Кәримов фотоһы.
Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас