Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2023, 05:00

Августа магнит дауылы көндәре

Был көндәрҙә метеоһиҙгер кешеләр баш ауыртыуға, ҡан баҫымы юғары күтәрелеүгә, баш әйләнеүгә, тын ҡыҫылыуға, йоҡоһоҙлоҡҡа, хәлһеҙлеккә, быуындары һыҙлауға, хроник сирҙәре киҫкенләшеүгә зарлана.

Августа магнит дауылы көндәреАвгуста магнит дауылы көндәре
Августа магнит дауылы көндәре

Бөгөн, 4 августа, магнит дауылы 3 балға етәсәк. 13 — 14 августа оҙаҡҡа һуҙылған магнит дауылы көтөлә. 29, 30, 31 августа магнит дауылы 4 балға етәсәк.

Магнит дауылы көндәрендә нимә эшләргә ярамай:

— Иҫерткес эсемлек менән мауығырға, тәмәке тартырға;

— Ауыр физик йөкләмәләр эшләргә, спорт менән менән шөғөлләнергә ҡушылмай;

— Гаджетта, компьютерҙа ултырыу ваҡытын да сикләргә кәрәк. 

Магнит дауылы көндәрендә саф һауала күберәк йөрөргә, күберәк һыу эсергә, душ инергә кәңәш ителә.

Августа магнит дауылы көндәре
Августа магнит дауылы көндәре
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас