Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Август 2023, 07:00

Үтенесе ҡабул булған

Ҡайһы саҡта беҙ уйламаған һүҙҙәр һөйләйбеҙ. Уларҙың һәр береһе – яҡшыһы ла, насары ла доға булып ҡабул ителеүе бар. 24 йәшлек Зәкиә исемле бер ҡыҙ менән дә шундай сәйер хәл булған.  Был хаҡта ул интернет селтәрендә бүлешә. Егете менән аралар насарая башлағас: – Эй, Хоҙайым, әгәр ҙә был егет минең кешем түгел икән, ул  янымда булғанда миңә  аллергик реакция бир, – тип Аллаһы Тәғәләгә үтенеп мөрәжәғәт иткән.

Үтенесе ҡабул булғанҮтенесе ҡабул булған
Үтенесе ҡабул булған

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, бынан һуң ике көн үткәс, ул үҙенең егете менән тағы осрашҡанда тәне ныҡ ҡысый башлай, бөтә тәнен аллергия ҡаплап ала. Аллергия шул хәтлем көслө була, Зәкиәне дауаханаға һалырға тура килә. Етмәһә, табиптар аллергияның нилектән барлыҡҡа килеүен дә асыҡлай алмай. Аллергологҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәләр.

– Минең үтенесем шул хәтлем тиҙ ҡабул булыуына бик ныҡ аптыраным, егетем менән ташлашырға тура килер инде, – ти Зәкиә.

Быны туғандары ла, осраҡлы ғына хәл түгел, Аллаһы Тәғәлә ебәргән билдәлер, тип иҫәпләй.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас