Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Августа 2023, 06:00

Бесән умер, приезжай!

Ауылда бер оло ғына йәштәге ир сабынлыҡтағы бесәнен тотошлайы менән сабып һалған, әммә йыйып алырға ярҙамға кеше таба алмай икән. Сөнки йәйге осорҙа һәр кем иң әүәл, көн торғанда үҙенекен әүеш-тәүеш итеп ҡалырға ашыға. Көн килеп тороп эҫе, ти, бесән көйрәп бара. Аптыранған ир һуңғы сиктә почта аша ситтә эшләп йөрөгән улына телеграмма һуҡҡан: “Срочно приезжай, бесән умер!”

Добавить в предпочтительные источники Google
Бесән умер, приезжай!Бесән умер, приезжай!
Бесән умер, приезжай!

 Улы телеграмманы тотоп начальнигына ингән. Тегеһе уҡыған да былай тип һорай икән:

- Бесан тебе кем приходится? Близкий родственник? Очень?

-Ближе не бывает!

Начальник ни хәл итһен, ебәрмәй хәле юҡ, ризалығын сыймаҡлағандан һуң егеткә шикләнеңкерәп ҡарап өҫтәгән:

- Странные у вас, у башкир, имена!

Ә һеҙ бесән сабып бөттөгөҙмө әле, дуҫтар?

 

Ватсапта киң таралған лаҡаптан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова