Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Август 2023, 11:22

Бәхеттең ҡәҙерен белергә өйрәнәйек!

Уйлаған барлыҡ уйҙарыбыҙ, ниәттәребеҙ ҙә  Аллаһы Тәғәләнең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Шуға ла: «Аллаһы Тәғәлә ялбарыуымды ишетмәй, теләгемде ҡабул итмәй», – тиергә хаҡыбыҙ юҡ. Улай тип уйларға ла, әйтергә лә тейеш түгелбеҙ. Тормошобоҙ бар яҡтан да бөтөн, үҙебеҙ, туған-тыумасаларыбыҙ иҫән-һау,  күпме һый-ниғмәткә эйә булһаҡ та, бәхет ошо икәнлеген аңламай, күпселек ваҡытта тормошобоҙға зарланабыҙ. Уны ҡулыбыҙҙа ысҡындырғас ҡына ошо мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ.

Бәхеттең ҡәҙерен белергә өйрәнәйек!Бәхеттең ҡәҙерен белергә өйрәнәйек!
Бәхеттең ҡәҙерен белергә өйрәнәйек!

Аллаһы Тәғәлә беҙгә күреү, йөрөү, ишетеү, бер-беребеҙ менән ихлас аралашыу бәхете бүләк иткән. Көн һайын иртән күҙҙәребеҙҙе асып, тирә-яҡ донъяның матурлығына, гүзәллегенә ҡарап, һоҡланабыҙ, саф һауаһын һулап кинәнәбеҙ.  Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, булдыра алабыҙ. Ошо үҙе – ҙур бәхет! Тормошобоҙға зарланмай, барыһына шөкөр итеп, бәхеттең ҡәҙерен белергә өйрәнәйек, сабыр булайыҡ! Шул ваҡытта ғына Аллаһы Тәғәлә лә беҙҙе бүләкләп,  уй-теләктәребеҙҙе ҡабул итер.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас