Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июль 2023, 05:59

Ике урман янғыны ҡотора

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Ике урман янғыны ҡотораИке урман янғыны ҡотора
Ике урман янғыны ҡотора

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Белорет һәм Бөрйән райондарында ике урман янғыны ҡотора. Утты һүндереүгә 34 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән.

Белорет районының Үҙән ауылы янындағы янғын ҡамап алынған. Хәл контролдә ҡала.

Дөйөм алғанда, 2023 йыл башынан республикала дөйөм 3400 гектар майҙанда 131 урман янғыны теркәлгән.

 

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас