Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июль 2023, 12:11

«Еңеү поезы» һуғыштың шанлы йылдары хаҡында һөйләй

Бөгөн Стәрлетамаҡтың тимер юлы вокзалына «Еңеү поезы» килде.

«Еңеү поезы» һуғыштың шанлы йылдары хаҡында һөйләй«Еңеү поезы» һуғыштың шанлы йылдары хаҡында һөйләй
«Еңеү поезы» һуғыштың шанлы йылдары хаҡында һөйләй

 

Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдары хаҡында уникаль күсмә күргәҙмә-музей. Поезды ҡала ирекмәндәре ҡаршы алған.

Күргәҙмәне ветеран ойошмалары, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары, ҡала етәкселеге тамаша ҡылған. Бындай саралар патриотик әһәмиәткә эйә, тип уртаҡлаша стәрлетамаҡтар. Ҡала ветерандары советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов сараны ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

– Күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышының шанлы юлдары хаҡында һөйләй. «Еңеү поезы» ярҙамында ҡала халҡы ата-бабаларыбыҙҙың героизмы, уларҙың нисек итеп тыуған илде һаҡлауы менән танышты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылдарҙың шаһиттары йылдан-йыл кәмей, шуға күрә йәш быуын өсөн тарихты һаҡларға кәрәк. Айырыуса бөгөнгө шарттарҙа был мөһим, – тине Тәлғәт Ғәбитов.

«Еңеү поезы»нда 10 тематик вагон, һәр ҡайһыһы Бөйөк Ватан һуғышының айырым биттәре хаҡында һөйләй. Быйылдан музейҙа хәрби трибуналдар хаҡында вагон булдырылған. Нюрнберг, Токио һәм Хабаровск процестары арҡылы бөтә донъя фашистик Германия һәм милитаристик Япония хаҡында хәбәрҙар булған. Күргәҙмәлә немец һәм япон енәйәтселәренең һындары ҡуйылған. «Еңеү поезы» Стәрлетамаҡта өс көн буласаҡ. Иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт етегә тиклем эшләй.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас