Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2023, 05:00

Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар...

Хәтерләтте йәшлек йылдарын...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар...Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар...
Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар...

Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар...
Хәтерләтте йәшлек йылдарын:
Мин уларҙың керпектәрен өҙөп,
«Ул ярата», тиеп юраным.

Юлдарына сығып, ҡулдарына
Йөрәгемде һалдым - алманы.
Мин яраттым, ә ул яратманы!
- Ромашкалар мине алданы.

Ромашкалар, ғашиҡ ромашкалар
Юлдарына үҫһен теҙелеп,
Һәм уларҙың һуңғы керпектәре
"Ярата" тип төшһөн өҙөлөп,

Ромашкалар һине алдамаһын,
Ромашкалар һине аңлаһын.

#ӘнғәмАтнабаев

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас