

Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (әлеге ваҡытта Күгәрсен районына ҡараған) Әлимғол ауылында уҡытыусылар Миңләхмәт Сафый улы һәм Шәһүрә Сөнәғәт ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.