

Ишемйәрова Лилиә Рауил ҡыҙы (19 июль 1976 йыл) — йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).
Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова 1976 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында тыуған.
1990 йылда 9-сы синыфты тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә, 1993 уның яңғыҙ йырлау бүлеген тамамлай.
1993 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокал башҡарыусыһы итеп эшкә саҡыралар.
1998 йылдан Өфө сәнғәт институты студенты. Был уҡыу йортон 2002 йылда тамамлаған.
2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
2002 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар һәм ошо коллектив менән төрлө гастролдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша, әүҙем эшмәкәрлек алып бара [1].
2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Юлай Кәримов фотоһы.