

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов 1954 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем алған, 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған.
"Башҡорт Википедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.