Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июня 2023, 11:20

Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе тигән яңы фән уҡытыласаҡ

Рәсәй Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү Департаменты директоры урынбаҫары Анна Тимофеева,  2024 йылдан мәктәптәрҙә Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе фәне барлыҡҡа киләсәк, тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе тигән яңы фән уҡытыласаҡХәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе тигән яңы фән уҡытыласаҡ
Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе тигән яңы фән уҡытыласаҡ

– Беҙҙә Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе тигән яңы уҡыу фәне барлыҡҡа килә... Бөгөнгө көндә яңы уҡыу федераль программаһын булдырыу менән шөғөлләнәсәк эшсе төркөм формалаша, унда Оборона министрлығы вәкилдәре лә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре лә инәсәк, сөнки беҙ был эштең мөһимлеген һәм ҡатмарлылығын аңлайбыҙ», — тип РИА Новости агентлығы уның һүҙҙәрен килтерә.

Ул, ведомство параллель рәүештә төп һәм урта мәктәп өсөн яңы дәреслек өҫтөндә эш алып барасаҡ, тип өҫтәне.

Анна Тимофеева әйтеүенсә, 2024 йылдың 1 сентябренән балалар тейешле уҡыу программаһы буйынса шөғөлләнә башлаясаҡ. Бынан алда Рәсәй мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцов ведомствоның тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен «Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе» тип үҙгәртеү мөмкинлеген ҡарауын хәбәр иткәйне.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова