Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июня 2023, 07:39

Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланыВладимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы
Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

«Был байрам  исламдың бөйөк урындарына хаж ғәмәленең   тамамланыуын белдерә, әхлаҡи һәм рухи мәғәнәгә эйә. Элек-электән ул изге эштәр һәм яҡын кеше тураһында хәстәрлек менән билдәләнә, йәмғиәттә изгелек, шәфҡәтлелек һәм ғәҙеллек идеалдарын раҫлай. Рәсәй мосолман ойошмаһы ил тормошонда ҙур роль уйнай, милләт-ара һәм дин-ара тыныслыҡты нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә әһәмиәтле өлөш индерә.

Бөгөн ата-бабаларҙың тарихи, рухи, илһөйәрлек традицияларына таянып, махсус хәрби операция барышында мосолман яугирҙары фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, иңгә-иң терәп Рәсәйҙе һаҡлайҙар. Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйем,  –  тиелә президент ҡотлауында.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова