

Биналарҙың заманса комплексы дауалап булмаҫлыҡ сир менән яфаланған өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн эшҡыуарҙарҙың һәм айырым кешеләрҙең иғәнәләренә төҙөлгән. Был Рәсәйҙә ошондай махсуслашыу өсөн проектланған берҙән-бер учреждение. Күп компаниялар проектты үҙҙәренең хеҙмәте һәм продукцияһы менән хупланы. Улар иҫәбендә «Газпром төбәк-ара газ Өфө», «Башинформсвязь», «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы», «ИСК», «Астро-лифт», «Уфагорсвет», «Горзеленхоз». «Башҡортостан сода компанияһы» хоспис төҙөлөшөнә ҙур өлөш индергән.
Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандары өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров яңы объекттың биналарын ҡараны һәм Өфө хосписының эшенә старт бирҙе. Федерация Советы рәйесе хоспис, проектлаусы, медицина хеҙмәткәрҙәрен төҙөүҙе яҡлап сыҡҡандарҙың барыһына ла, шулай уҡ республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Валентина Матвиенко коллективҡа учреждениеның сенсор бүлмәһен ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бүләк сертификаты тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы хоспис проектын хуплаған бөтә меценаттарға рәхмәт белдерҙе.
Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров алдында учреждениеның попечителе, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, «Ышаныс» хоспистарға ярҙам хәйриә фондын ойоштороусы Нюта Федермессер һәм Өфө хосписы етәксеһе Радмила Сурначева хоспистың символик таҫмаһын киҫте. Медицина учреждениеһы тәүге пациенттарҙы ошо йылдың июленән ҡабул итә.
Фото: Т. АМАНОВ.