Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2023, 08:00

Китап – белем шишмәһе

Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Китап – белем шишмәһеКитап – белем шишмәһе
Китап – белем шишмәһе

Минең шундай дуҫтарым бар,
Дуҫтарым төрлө-төрлө,
Һәр береһе – ҙур яңылыҡ,
Һәр береһе –мең серле.
Мин ҡайҙа ғына барһам да,
Улар ҡаршыма сығыр,
Береһе әкиәт һөйләр,
Береһе һөйләр шиғыр.
Уларҙың бар эш-һөнәргә,
Уйнарға өйрәткәне.
Киләсәкҡә илтер улар,
Һөйләп бирә үткәнде.
Улар менән көтмәгәндә
Әйләнәм мин юлсыға :
Бүлмәлә ултырған көйө,
Донъяны урап сығам!
Береһе – һандар һарайы,
Сисәм сер- хисаптары...
Мине һис яңғыҙ ҡалдырмаҫ
Дуҫтарым – китаптарым.


Сафуан Әлибай.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас