

ҺАБАНТУЙ
Артур Туҡтағолов көйө
Йәмле йәйҙәр еткәс,
Ҡырҙа эштәр бөткәс,
Бар халыҡ йыйыла маҙанға.
Уйнап, бейеп, йырлап,
Ҡурай моңон тыңлап,
Күңел аса һабантуйҙарҙа.
Ҡушымта:
Эх, һабантуй, һабантуй,
Һабантуйға ни етә?
Моңһоҙҙарҙы ла йырлата,
Ҡарттарҙы ла бейетә.
Эх, һабантуй, һабантуй,
Күңелдәрҙе елкетә.
Байрамдарҙың иң йәмлеһе
Һабантуйға ни етә?
Күптән, көткән байрам,
Ситтәр ҡала хайран.
Туҡтап-туҡтап ҡымыҙ, йүкә бал.
Әйҙә үңған кешем,
Данға лайыҡ кешем,
Ер һелкетеп берҙе бейеп ал.
Юлай Кәримов фотоһы.