Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2023, 10:37

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!

Республикабыҙ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтә. Бөгөн IX класс уҡыусылары аттестат алып ҡыуанды. Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында байрам сараһы бик матур үтте.

Аҡ юл һеҙгә,  туғыҙынсылар!Аҡ юл һеҙгә,  туғыҙынсылар!
Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар!

– Ысынлап та, бөгөн бик матур көн. Һеҙ  тәүге документығыҙҙы ҡулығыҙға алаһығыҙ. Мин туғыҙынсы кластар менән ике йыл танышмын, ошо ваҡыт эсендә шул тиклем яҡын булдығыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа асылған юлдарығыҙҙа тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Беҙ – егерменселәр, үҙебеҙҙең алдыбыҙға тик юғары маҡсаттар ғына ҡуйып, алға барабыҙ. Барығыҙҙы ла күркәм байрам менән ҡотлайым, сығарылыш уҡыусылары тик шатлыҡлы хәбәрҙәр менән ҡыуандырып торор, тип ышанам, – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе гимназияның директоры Булат Илшат улы Зинуров.

Быйыл туғыҙынсыны өс класс тамамлай, тантанала уларҙың класс етәкселәре, ата-әсәйҙәр  комитеты рәйестәре  ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусылар парланышып вальс әйләнде, гимназия гимнын башҡарҙы.

Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар! Барыр юлдарығыҙ уң булһын, тормош һуҡмағығыҙҙа гел изге күңелле, иманлы кешеләр генә осраһын, ауырлыҡтар урап уҙһын. Барлыҡ уй-хылдарығыҙ тормошҡа ашһын!

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас