Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июня 2023, 06:57

Телде 6 – 8 ай эсендә үҙләштерергә мөмкин

Өфөнөң 21-се лицейында башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн бушлай курстар ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google

Белгестәр фекеренсә, телде 6-8 ай эсендә үҙләштерергә мөмкин. Башҡорт алфавитында - 42 хәреф. Күп кенә өндәр инглиз телен өйрәнгәндәргә таныш.

Башҡорт телен өйрәнеү тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуындағы тура эфирҙа - Өфөләге 21-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Ләлә Сафина.

Башҡорт телен белеү - башҡа төрки телдәрҙе һәм уларҙың мәҙәниәтен өйрәнеүгә асҡыс ул. Иң мөһиме - теләк һәм даими уҡыуҙар. Ә телде өйрәнеүҙе ябай һүҙҙәрҙән башларға һәм көн һайын ҡабатларға кәрәк.

Тулыраҡ - эфир яҙмаһында.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова