

Быйылдан премия полилингваль мәктәп педагогтарына һәм туған тел уҡытыусыларына ла бирелә. Был мәсьәлә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.
Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы аҡсалата дәртләндереүҙе биреү тураһында ҡарар әҙерләне. Уға ярашлы, 30 башҡорт теле уҡытыусыһына, 30 рус теле уҡытыусыһына, колледждарҙың 20 туған тел уҡытыусыһына, 20 полилингваль күп профилле мәктәп уҡытыусыһына аҡсалата дәртләндереү биреү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Быға тиклем йыл һайын һөҙөмтәле эшләгән өсөн 50 мең һум күләмендәге премияны 50 иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары ала ине. Былтыр сентябрь айында үткән төбәк-ара туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы йомғаҡтары буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең туған тел уҡытыусыларын аҡсалата дәртләндереү конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Фото: Т. АМАНОВ.