Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июня 2023, 10:30

Ташаҫты ауылы янындағы биләмә нисек матурланасаҡ?

Башҡортостан Хөкүмәтенең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә  һүҙ ошо хаҡта ла барҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ташаҫты ауылы янындағы биләмә нисек матурланасаҡ?Ташаҫты ауылы янындағы биләмә нисек матурланасаҡ?
Ташаҫты ауылы янындағы биләмә нисек матурланасаҡ?

БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, ул Өфөнән 140 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан һәм «Торатау» геопаркы составына инә. Был урын – Башҡортостандың иң матур урындарының береһе, күп туристарҙы йәлеп итеү нөктәһе. Бында бер нисә уникаль тәбиғәт объекты тупланған: Уҡлы ҡая, Киндерле мәмерйәһе (Еңеү мәмерйәһе), Зәңгәр күл, Еҙем йылғаһы.

Әммә бөгөнгө көндә был биләмәнең бөтә мөмкинлектәре тулыһынса тормошҡа ашырылмай, туристар күп булһа ла, инфраструктура объекттары етмәй. Һалдан  ағыу маршруттарын иҫәпкә алғанда, ул миҙгелгә 25 мең самаһы кеше тәшкил итә.

Министр фекеренсә, «Башҡортостан йөрәге» комплексына (ҡурай сәскәһе рәүешендәге ете тирмә) ярҙамға ҡайһы бер бюджет аҡсаһын һалыуҙың мәғәнәһе бар, һуңынан уны геопарк хакимиәте идаралығына тапшырыу. Этнокомлекстың хужаһы юҡ, уны тотоу буйынса йөкләмәне муниципалитетҡа йөкмәтергә тура килә.

Әгәр дәүләт визит-үҙәк рәүешендә башланғыс инфраструктура булдырһа, бында эшҡыуарлыҡ үҫешәсәк.  Тулы ҡиммәткә эшләү өсөн бында өҫтәмә урынлаштырыу урындары ғына түгел (шул иҫәптән палаткалы лагерь өсөн урын), шулай уҡ автотуҡталыш, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу майҙансығы, санузелдар, һыу үткәргес, электр уты, төҙөкләндереү талап ителә.



Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова