

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы (12 июнь, 1961, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Буранғол ауылы) — публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты (1990), доцент (1998). Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы баш дәүләт советнигы (1998), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (2006).
80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, сценарийҙар (БСТ-лағы «Арыҫлан» ир-егеттәр клубы, «Алтын тирмә»), «Алтын тирмә» телепроекты авторҙашы, «Юлдаш» радиоһында «Асыҡ студия» алып барыусыһы (2017). «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аманат» журналдарың йыл лауреаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эксперты.
Башҡорт Википедияһы.
Юлай Кәримов фотоһы.