

– Ҡыпсаҡтар Украинала барған махсус хәрби операциянан ҡайтыусы яугир егетебеҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды, аллаға шөкөр! Ғәзиз ерен дошмандан ҡурсалау бурысын үтәп ҡайтты беҙҙең ҡыйыу егет.
Ил һағына киткән һәр һалдаттың тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Һуғыштар тиҙерәк еңеү менән тамамланып, тыныслыҡ килһен донъяға, алла бирһә! – тип ҡыуаныстары менән бүлешә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! Ҡыпсаҡ-Йомағужа» төркөмө.
Фото: Т. АМАНОВ.