

– Йолаға тура килтереп, аяттар уҡылды, Аллаhтан ямғыр яуыуҙы һорап теләктәр теләнек. Аҙаҡтан табын ҡороп, бутҡа ашап, күстәнәстәр менән тәмле сәйҙәр эстек.
Ямғыр яуырына ишара яһап һыу һибешкән балалар тауыштарынан йылға буйы яңғырап торҙо. Хоҙайҙан шифалы ямғырҙар биреүен көтәбеҙ!
Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә аяҡ баҫһын, ямғырҙар яуып донъя йәшеллеккә күмелһен! – тип хәбәр итәләр был хаҡта Күгиҙел ауыл китапханаһы төркөмөндә.
Фото: Т. АМАНОВ.