

Инйәр
Дамир Шәрәфетдинов һүҙҙәре
Мира Шарди көйө
Инйәр, Инйәр,
Һин, гүйә, һөйгән йәр —
Әллә ниндәй ҡылтым холоҡло:
Тынысландың, ҡайттың ғына тиһәң,
Ҡуяһың бит ҡылып ҡылыҡты.
Инйәр, Инйәр,
Һин бит — ғәзиз әсәм,
Һиңә бәйле йәшәү рәүешем,
Тубыҡланып һинән илһам эсәм,
Шелтәләй йә наҙлай тауышың.
Инйәр, Инйәр,
Һин, гүйә, шуҡ бала —
Шаярыуҙан сыҡмай башҡайың.
Нисә тапҡыр күреп һине, һаман
Тыныс саҡтарыңды тапмайым.
Яратаһың ниңә мине, тимә,
Һорамаҫ та инең, аңлаһаң —
Ни өсөн һуң кеше өҙөлөп һөйә
Әсәһен, йәрен һәм балаһын...
Юлай Кәримов фотоһы.