Молекуляр биоинженерия лабораторияһы IQ-паркка күсәсәк

Өфө фән һәм технологиялар университеты донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусына иң беренсе сиратта алдынғы лабораториялар һәм инновация үҙәктәрен урынлаштырырға планлаштыра. Быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ IQ-паркта молекуляр биоинженерия лабораторияһы ла урынлашасаҡ.

Молекуляр биоинженерия лабораторияһы IQ-паркка күсәсәкМолекуляр биоинженерия лабораторияһы IQ-паркка күсәсәк
Молекуляр биоинженерия лабораторияһы IQ-паркка күсәсәк

- Үҫемлектәр биоинженерияһы - ул заманса биологияның мөһим йүнәлеше, тип ышанам, сөнки сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙенсәлекле хужалыҡ ҡиммәтле билдәләре булған культуралы үҫемлектәрҙең яңы формаларын һәм сорттарын булдырырға мөмкинлек бирә, - ти лаборатория етәксеһе, биология фәндәре докторы, профессор Булат Кулуев.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас