

Александр Блоктың шиғыры Рәми Ғариповтың тәржемәһендә:
Аһ, йәшәгем килә, йәшәгем:
Бар терене килә йыр иткем,
Бар йәнһеҙгә килә йән өргөм,
Булмағанды килә бар иткем!
Ят донъяның мәхшәр был төшө
Быуһа быуһын, әйҙә, алҡымдан, –
Киләсәктә шат бер йәш кеше
Әйтер, бәлки, шағир хаҡында:
Кисерәйек, тиер, гонаһын,
Шулмы, тиер, уны ир итте!
Ул бит – Ер һәм Ҡояш балаһы.
Тантанаһы, тиер, иректең!..
Юлай Кәримов фотоһы.