Бөтә яңылыҡтар

Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!

    Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ,  журналист, шағир  Дамир Шәрәфетдиновҡа 58 йәш тулған булыр ине…   Ваҡыт-елгә хужа түгел бер кем. Тик уны ла бер мәл отаһың: Йәшлек әгәр кире ҡайтмай икән – «Йәшлек»тәргә үҙең ҡайтаһың!   Була, була илһам йыйған саҡтар Ҡыштарҙа ла яҙғы ел менән. Беҙ барыбер – серле бала саҡтан, Беҙ барыбыҙ «Йәшлек» иленән!   Ул илдәрҙә – илдең дә йәш мәле! Ул донъяла – донъя яҡтыраҡ, Ал-зәңгәрле хыялдарҙа елә, Ерҙе йәмле итә йәш йөрәк.   Шул саф саҡтың яҡты уй-хистәрен Беҙҙән ала бөгөн был заман. Сәләм һиңә, йәшлегендә йәшнәп, Йәшлегенә ҡабат юлланған!

Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!
Яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ!

Композитор Айрат Ғайсин көй яҙған был йыр "Йәшлек" гәзитенең гимны булараҡ ҡабул ителгәйне.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: