Бөтә яңылыҡтар

Ветеринария идаралығы - дәүләт комитеты

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы дәүләт комитеты итеп үҙгәртелде. 

Ветеринария идаралығы - дәүләт комитеты
Ветеринария идаралығы - дәүләт комитеты

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республиканың Ветеринария буйынса дәүләт комитетының положениеһы һәм структураһы раҫланды. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.  Документта дәүләт комитетының вәкәләттәре күрһәтелгән: хайуандар менән эш итеүгә төбәк дәүләт контроле (күҙәтеү), хужаһыҙ хайуандар менән эш итеү буйынса саралар ойоштороу, карантин иғлан итеү, ветеринария өлкәһендә федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һ.б. Дәүләт комитетын ике урынбаҫары булған рәйес етәкләй. Ведомствола 6 бүлек һәм территориаль бүлексәләр ҡаралған.

Ведомствоның Башҡортостан Башлығы ҡарары менән үҙгәртеп ҡоролоуы йәки бөтөрөлөүе ихтимал.

 

Фото:управление ветеринарии РБ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: