Үҙеңә оҡшаған эште мәшғүллек үҙәктәрендә һайларға, шулай уҡ онлайн - «Рәсәйҙә эш» порталына ла – https://trudvsem.ru/ мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Бәлиғ булмағандар менән ваҡытлыса эшкә урынлашыу өсөн хеҙмәт килешеүе төҙөлә. Эш биреүсегә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
паспорт; хеҙмәт кенәгәһе (әгәр булһа); СНИЛС; ата-әсәнең береһенең (попечителдең) ризалығы һәм опека һәм попечителлек органынан белешмә (әгәр 16 йәштән аҙыраҡ булһа); хөкөмгә тарттырылмау тураһында белешмә (педагогик өлкәлә эшкә урынлашҡанда һәм бәлиғ булмағандар менән эшләгәндә (спорт, мәҙәниәт, медицина һәм социаль хеҙмәтләндереү); уҡыған урындан белешмә; медицина белешмәһе.
Былтыр йәй Башҡортостанда 10 меңдән ашыу уҡыусы тәүге хеҙмәт тәжрибәһен алып өлгөргән.
Мәшғүллек үҙәктәре адрестары: https://rabota.bashkortostan.ru/czn/index.