

Ултырыш башында төбәк етәксеһе ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға лицензиялар биреү буйынса вәкәләттәрҙе федераль кимәлдән төбәк кимәленә тапшырыуға ҡағылышлы закондар сығарыу базаһына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге хаҡындағы башланғыс менән сығыш яһаны.
– Урал аръяғының ҡайһы бер райондарында һибелмә алтын табыуға бәйле хәл оҙаҡ ваҡыт борсой. Йыш ҡына республика халҡы, муниципалитет башлыҡтары биләмәләрҙә техника барлыҡҡа килгәс, лицензия биреүҙәре хаҡында белә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Намыҫһыҙ файҙаланыусылар тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата вәхшиҙәрсә мөнәсәбәте халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан Роснедраға ҡануниәтте үҙгәртергә тәҡдимдәр ебәргән дә инде. Тик әлегә был мәсьәләләр әлегә хәл ителмәгән.