

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы БР Хөкүмәтенең 2000 йылдың 24 ноябрендәге бойороҡҡа ярашлы үткәрелә. «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһында Башҡортостан Республикаһы предприятиелары 1998 йылдан алып әүҙем ҡатнаша. Ошо йылдарҙа республиканың 500-ҙән ашыу предприятиеһы «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы ҡатнашыусыһы булды.
Ҡатнашыусыларҙың материалдарын ҡарағандан һуң, 103 предприятиеның 139 продукцияһы һәм хеҙмәтләндереү төрө конкурс еңеүселәре исеменә лайыҡ булды һәм үҙ продукцияһын «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибы менән билдәләү хоҡуғына эйә булды.
Төбәк этабын уңышлы үткәндәрҙең федераль кимәлдә үҙҙәрен танытыу мөмкинлеге тыуа. «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһында Башҡортостан Республикаһы һәр саҡ алдынғы урындарҙа тора, бында бик күп яҡшы һәм төрлө тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителә. 2022 йылда Программа үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Ошо осорҙа республикабыҙ предприятиелары төбәк һәм федераль этаптарҙа 4 меңдән ашыу тауар һәм хеҙмәт күрһәтте.
Фото: Т. АМАНОВ.