Йәш шағирҙар Өфөгә сәйәхәткә килде

Оҙайламай уҡыусыларҙың көтөп алған йәйге каникулы ла башлана. Күңелле ял алдынан  Асҡын районының төрлө мәктәптәренән йәш шағирҙарға баш ҡалабыҙға сәйәхәткә килеү бәхете тейҙе. Уларға «Балалар. Уңыш. Асҡын» тип аталған  һәләтле уҡыусыларҙың слетында  «Йәш шағирҙар» номинацияһында еңгән өсөн ошондай бүләк вәғәҙә ителгәйне.

Йәш шағирҙар Өфөгә сәйәхәткә килдеЙәш шағирҙар Өфөгә сәйәхәткә килде
Йәш шағирҙар Өфөгә сәйәхәткә килде

Бөгөн улар Асҡын районының башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысова, комитеттың иң әүҙем ағзаһы Ирек Ҡәҙимов, Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Ғәләүетдинова етәкселегендә баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп, сәйәхәттәрен Матбуғат йортонан башланды. Бында улар төрлө редакцияларҙа булып, гәзит-журнал сығарыу эше менән танышты, иҫтәлеккә фотоға төштө. Унан ҡыҙҙар һәм малайҙар Өфөнөң төрлө иҫтәлекле урындарында булырға ла өлгөрҙө. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа булыу, Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен ҡарау, «Ете ҡыҙ» фонтаны менән танышыу ҙа онотмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр, тип ышанғы килә.

– Бындай сәхәйәт Асҡын районының башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан беренсе тапҡыр ойошторола. Беҙҙең теләк – балаларҙы рухландырып, сәмләндереп алып ҡайтыу , – ти Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас