Бөтә яңылыҡтар

Һабантуй байрамы ҡайҙа, ҡасан үтәсәк?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда һабантуй байрамын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Һабантуй байрамы ҡайҙа, ҡасан үтәсәк?
Һабантуй байрамы ҡайҙа, ҡасан үтәсәк?

Документҡа ярашлы, тәүгеләрҙән булып һабантуй байрамы 27 майҙа Әбйәлил, Әлшәй һәм Ҡалтасы райондарында үтәсәк.

3 июндә Архангел, Асҡын, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ғафури, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Күгәрсен, Миәкә, Нуриман һәм Саҡмағош райондарында уҙғарыу күҙаллана.

10 июндә байрам Ауырғазы, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Благовещен,Борай, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында гөрләйәсәк.

11 июндә һабан байрамы Шаран һәм Яңауыл райондарында билдәләнәсәк.

17 июндә – һабантуй Бәләбәй, Бүздәк, Ишембай, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында , 24 июндә – Межгорьела, 1 июлдә Иглин һәм Балтас райондарында үтәсәк.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: