

2023 йылдың 1 сентябренән инвалид баланың атаһы йә асәһе, опекуны йәки попечителе йыл дауамында өҫтәмә 24 ял көнө алырға мөмкин.
Әле ата-әсәнең береһенә, опекунға йәки попечителгә яҙма ғариза буйынса инвалид баланы тәрбиәләү маҡсатында айына түләүле өҫтәмә дүрт ял көнө бирелә. Уны үҙең генә файҙаланырға йәки икенсе законлы вәкил (әгәр булһа) менән бүлешергә мөмкин. Тотонолмай ҡалған көндәрҙе икенсе айға күсерергә йәки йыйырға ярамай.
Яңы закон үҙ көсөнә ингәндән һуң бындай мөмкинлек буласаҡ.
Яңы тәртип ата-әсәләргә был көндәрҙе ай дауамында алырға йәки, уларҙы бергә ҡушып, бер тапҡыр түләүле өҫтәмә 24 ял көнө алырға мөмкинлек бирәсәк.
Әгәр ата-әсә, опекун йәки попечитель дүрттән ашыу өҫтәмә ял көнөн бер юлы алырға теләй икән, ял графигын етәкселек менән һөйләшеп килешергә тейеш. Йәғни хеҙмәткәргә датаны эш биреүсе менән ҡарарға һәм кадрҙар бүлегенә ғариза бирергә кәрәк буласаҡ.
Һәр ял көнө өсөн түләү ата-әсәнең, опекундың йәки попечителдең уртаса эш хаҡына тиң.
Инвалид бала тәрбиәләгән өсөн түләүле өҫтәмә ял көндәре биреү тураһындағы ҡарар: https://vk.cc/co4jr0.
Фото: Т. АМАНОВ.