

Әгәр аҡсаның ысын булыуына шик тыуһа, нимә эшләргә?
Шикле банкноталарҙы алырға кәрәкмәй. Аҡса янсыҡҡа барып еткәнсе уны тикшерергә кәрәк.
Шулай ҙа ялған банкнота ҡулығыҙға килеп инһә - ҡулланмағыҙ. Уны банкҡа экспертизаға алып барырға кәрәк. Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
Ысын купюраларҙың тикшереп ҡарай торған билдәләре була, уларҙы ябай күҙ менән дә күреп була.
Аҡсаның ысын булыуын билдәләү ысулдарын ҡайҙан белергә була:
- Рәсәй банкыһы сайтында CBR.RU
- FINCULT.INFO сайтында
- «Рәсәй банкыһы банконаталары» мобиль ҡушымтаһында www.cbr.ru/cash_circulation/mobilnoe-prilozhenie
Уяу булығыҙ!