

– Сәскәләр яратҡанымды белгәнгә күрә, эшемдәге етәкселек колледж клумбаһын матурлауҙы, сәскәләр ултыртыуҙы ышанып тапшыра. Ихлас күңел менән башҡарам был эште. Сөнки сәскәләрҙең һәр кемдең күңеленә матурлыҡ хистәре таратыуын беләм. Кемдәр яратмай матурлыҡ һәм сәскәләрҙе!?
Ә шулайҙа бар икән! Насар уйлы кешеләр...
Мин был сәхифәмдә тик яҡшылыҡ, матурлыҡ, изгелек хистәре бирерлек кенә мәғлүмәт ҡуйырға тырышам. Әммә, оҙаҡ уйланым да, бөгөн айырмалы рәүештә бер видео ҡуйырға булдым. Сөнки минең өсөн был аңлатып булмаҫлыҡ хәл. Ер йөҙөндә кемдәр генә юҡ икәнлеген яҡшы аңлайым да, аҡылым ҡабул итмәй.
Петунияларҙы өҙөп алып бөтә яҙғас, бөгөн тағын өҫтәп матур ғына бәрхәт сәскәһе ултырттыҡ әле. Бынан һуң урламаҫтар, тип ышанам, – тип үҙ сәхифәһендә әсенеп яҙа колледж хеҙмәткәре, яҡын дуҫыбыҙ Рәзилә Шөғәйеп ҡыҙы Барлыбаева.
Йәштәргә өлгө булыр урынға ниндәй юлға баҫҡан был инәй. Унан ниндәй күңеле менән сәскәләрҙе баҙарға алып барып, һата икән?!