

Ошо көндәрҙә кампус проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе һәм уны үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса стратегик сессия уҙғарылды, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе.
Андрей Назаров ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән бергә проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индереүҙе тамамлауға, планлаштырыуҙы раҫлауға, дизайн-проекттар әҙерләүгә һәм эштәрҙе башҡарыу графигын төҙөүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йылытыу миҙгеле башланғансы инженер селтәрҙәрен сығарыу һәм капиталь төҙөлөш объекттарын һүтеү темаларына ла туҡталды.
Фото: Т. АМАНОВ.