

Ил ағаһы арабыҙҙа
Милләтемдең ул ҡото
Йөрәгенә өмөт һалып
Уятты ул башҡортто
Ил уланы үҙ халҡының
Рухын ҡурсыған атай.
Иле өсөн янып көйгән
Аҡһаҡал ул олатай.
Ул астырған күп мәктәпкә
Эленгән бөгөн йоҙаҡ.
Халҡым киләсәге өсөн
Ҡоролған ошо тоҙаҡ.
Сабылған беҙҙең тамырға
Милләт ҡанһырар балта
Туған телем киләсәген
Томандар тора ҡаплап.
Үҙ телемдә уҡытырға
Яҙам һиңә ғариза.
Киләсәгем ҡайҙа илтер
Эштәр ҡалғас ҡағыҙға.
Фәнил Бүләков.
Юлай Кәримов фотоһы.