Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Шиғыр яҙа алыр инем микәнБөрйәнемдә әгәр тыумаһам...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Тәнзилә ДәүләтбирҙинаТәнзилә Дәүләтбирҙина
Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам

Шиғыр яҙа алыр инем микән
Бөрйәнемдә әгәр тыумаһам;
Ағиҙелдең йомшаҡ һыуы менән
Көн дә таңда битем йыумаһам?

Шиғыр яҙа алыр инем микән
Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?
Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп
Артылырға ҡуям маҡсатты!

Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,
Шиғыр-толпар унан күтәрәм;
Тойғоларым серле Шүлгәнемдең
Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.

Илһам бирә хатта Үҙәндәге
Аллы-гөллө, йәмле, ваҡ таштар.
Мин Бөрйәндән булған өсөн генә
Шиғыр яҙа алам, яҡташтар!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас