Сәмле, ғәмле, рухлылар ҡатнашырға саҡырыла!

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге Педагог һәм остаз, Атайсалға изге эштәр йылына бағышланған «Остаз» исемле өр-яңы проектҡа старт бирә.

Сәмле, ғәмле, рухлылар ҡатнашырға саҡырыла!Сәмле, ғәмле, рухлылар ҡатнашырға саҡырыла!
Сәмле, ғәмле, рухлылар ҡатнашырға саҡырыла!

Әлеге йылдың май айынан ноябргә тиклем республикабыҙҙың төрлө муниципаль зоналарында милли мәктәп директорҙары, туған тел буйынса методистар, башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт төркөмөндә эшләүсе тәрбиәселәрҙән төҙөлгән командалар араһында ярыш үткәрелә.

Педагогик бәйге өс турҙан тора:
I. “Атайсалға хеҙмәт итәм” исемле команда презентацияһы;
II. “Педагогик хазина” исемле оҫталыҡ класы;
III. Башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы, методика буйынса Этно-квиз.

Абруйлы жюри һәр муниципаль зонанан бары тик бер еңеүсе команданы һайлап ала. Улар 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә үткәреләсәк финал уйынында төп приз өсөн көрәшә.

– Остаз өйрәтә! Остаз ҡанат ҡуя! Остаз алға әйҙәй! Остаз менән бул! – ти ойоштороусылар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас