

Сарала ҡатнашыуға эшҡыуарҙар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, төбәк ойошмалары һәм компаниялары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.
Һайлап алыу этабы 5 – 22 майҙа онлайн уҙғарыла. Кубоктың финалы 26 майҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында уҙа. Еңеүсе команда июлдә Пермдә Милли финалда ҡатнашасаҡ.
Чемпионатты Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ойошторҙо. Башҡортостан Кубогын ойоштороусыларҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.
Фото: Т. АМАНОВ.