Сәсеү компанияһы әүҙем бара

Беҙҙең аграрийҙар 2023 йылғы сәсеү кампанияһын әүҙем алып бара. Баҫыу эштәрен уңышлы атҡарыу дәүләт ярҙамы саралары менән тәьмин ителә, йыл башынан алып агробизнесҡа 3 миллиард 600 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Сәсеү компанияһы әүҙем бараСәсеү компанияһы әүҙем бара
Сәсеү компанияһы әүҙем бара

Субсидияларҙың иң ҙур суммаһы - 1 миллиард 465 миллион һум - ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға йүнәлтелгән. Сығымдарҙың яртыһына тиклем агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы аграрийҙар компенсацияланған. Иген етештереүгә һәм һатыуға субсидияларға - 470 миллион һумдан ашыу, минераль ашламаларға 550 миллион һум йүнәлтелгән.

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 2,9 миллион гектар ауыл хужалығы майҙандарын сәсә, был 2022 йылға ҡарағанда, 50 мең гектарға күберәк. Шәкәр сөгөлдөрөнә сәсеүлектәр киңәйтелгән. Ваҡытлы, белеп эшләү һәм дәүләт ярҙамы импортты алмаштырыу шарттарында республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, ә төбәк халҡы урындағы етештереүселәрҙең сифатлы һәм арзан продукттарын һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас