"Иң юғары баһаға ғына лайыҡһығыҙ"

Башҡортостанға эвакуацияланған Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре халҡына ярҙам күрһәткәндә айырылып торған хеҙмәткәрҙәр дәүләт наградалары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусылар, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, медиктар, дин әһелдәре, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре бар.скенселәрҙең күбеһе беҙгә төбәккә барғанда Башҡортостандың ҡайҙалығын да белмәй ине.

"Иң юғары баһаға ғына лайыҡһығыҙ""Иң юғары баһаға ғына лайыҡһығыҙ"
"Иң юғары баһаға ғына лайыҡһығыҙ"

– Күскенселәрҙең күбеһе беҙгә төбәккә килгәндә Башҡортостандың ҡайҙа икәнен дә белмәгән. Улар беҙҙең иғтибарлы булыуыбыҙға, һөйөүебеҙгә бик аптыраған. Ә иң мөһиме, ташламағандарын, уларға ярҙам итеүен аңлаған. Һынауҙар һәм юғалтыуҙар ваҡытында республика халҡы күршеләребеҙгә ышаныслы ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Күңел ҡушыуы буйынса, асыҡ күңел менән эвакуацияланғандарға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Иң юғары баһаға ғына лайыҡһығыҙ, – ти Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас