

– Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - Ибраһим Зәкир улы Шәкировҡа арналған парад, беҙҙең гимназия уҡыусылары ҡатнашлығында үҙе йәшәгән йорт алдында үтте. Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуып үҫкән яугирыбыҙ 94-се яҙын ҡаршылай. Ил һаҡсыһы, ҡаһарман батырыбыҙ менән булған парад һәр кемдә ғорурлыҡ хистәре уятты, байрам кәйефе бүләк итте! – тип яҙа гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәнова.
Фото: Т. АМАНОВ.